Добавить
Уведомления

Гөлфиә Урал ҡыҙы Мәҡсүтованы һәм Раушан Руслан улы Сөләймәновты ҡотлайбыҙ! lHLAS_22_23_07_2023

Йәшлек мөхәббәте мәңге булһын, Гел бер булһын барыр юлығыҙ. Аҡ бәхеттәр генә яуып торһон, Ҡотло булһын никах туйығыҙ, тип өндәшәбеҙ яңы ғына яралған матур ғаиләгә. Бөгөн беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Йылайыр районы Матрай ауылы ҡыҙы Гөлфиә Урал ҡыҙы Мәҡсүтованың һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы егете Раушан Руслан улы Сөләймәновтың матур ғүмер байрамдары – туй тантанаһы. Икеһе лә матур, күркәм ғаиләлә тәрбиәләнгән. Хеҙмәттәшебеҙ биш балалы ишле ғаиләлә өсөнсөһө булып ауаз һала. Матрай дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ мҙәниәт һәм сәнғәт колледжында белем ала, һуңынан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында актриса һөнәрен үҙләштерә. Уҡып ҡулына диплом алғас сибай Дәүләт Башҡорт драма институтында актриса булып хеҙмәт юлын башлай. Әлеге көндә “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы хәбәрсеһе булып эшен дауам итә. Раушан Руслан улы ижади ғаиләлә тәрбиәләнә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы – Руслан Сәлмән улы Сөләймәновтың ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә, һеңлеһе Гөлназға терәк-таяныс булып үҫә. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ мҙәниәт һәм сәнғәт колледжында һөнәр үҙләштерә. Йырсы, музыка яҙа. Әле Өфөлә үҙенең музыка яҙыу студияһы бар. Бала саҡтан бер-береһен күреп-белеп, дуҫлашып үҫкән, һуңынан был дуҫлыҡ хисе мөхәббәткә әүрелгән йәштәрҙе беренсе ғаилә байрамдары – туй көндәре менән ҡотлап, барлыҡ ижади төркөм исеменән иң ихлас, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һеҙҙе иң ҡыуаныслы байрамдарығыҙ – законлы никахтарығыҙ уңайынан ихлас тәбрикләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Һөйөүгеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәйенсә, бер-берегеҙҙе һаҡлап, терәк-таяныс булып, тыныс, имен тормошта йәшәргә насип булһын һеҙгә. Зат-ырыуығыҙҙың ҡот-ырыҫын арттырып ғүмер итегеҙ. Йондоҙ һибә Йыһан, бәхет теләп, Йөҙөгөҙҙә көн дә нур атһын. Берегеҙ өсөн берегеҙ терәк булып, Берегеҙ өсөн берегеҙ йән атһын! Раушан һәм Гөлфиә, бәхетле булығыҙ! Бөгөн теләнгән барлыҡ теләктәр ҙә бойомға ашһын!

Иконка канала channel24959147
100 подписчиков
18+
27 просмотров
2 года назад
20 июля 2023 г.

, чтобы оставлять комментарии