Мәрйәм Риваль ҡыҙы ФӘЙЗУЛЛИНАны ҡотлайбыҙ! // на 31 августа и 1 сенября 2024 эфир
Интересное и актуальное только для вас! 1974 йылдың 30 авгусының ҡояшлы сыуаҡ көнөндә Салауат районының Лаҡлы ауылында татыу Хәйруллиндар ғаиләһендә бер ҡыҙ донъяға килә һәм үҙенең йылмайыуы менән донъяны яҡтырта. Ул - яратҡан ҡатыным, һөйөклө әсәйебеҙ Мәрйәм Риваль ҡыҙы ФӘЙЗУЛЛИНА. Яҡыныбыҙҙы матур ғүмер байрамы – 50 йәше менән тәбрикләп, йөрәк түрендәге иң изге теләктәребеҙҙе юллағыбыҙ килә, тип башланып китә был хат юлдары. Ҡәҙерлебеҙ, бала сағынан апайы һәм ағай-энеләре өсөн ышаныслы терәк булып, хужалыҡта ата-әсәһенә ярҙам итешеп буй етә. Мәктәпте лә тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап Өфө ҡалаһындағы техникумға уҡырға инә. 1992 йылдың йәйендә Мәрйәм Риваль ҡыҙы тыуған яғына ҡайта һәм юл-төҙөлөш компанияһында бухгалтер булып эшләй башлай.Яҙмыш ҡушыуы буйынса, ул ошонда тормош иптәшен, намыҫлы һәм эшһөйәр егетте - Фәйзуллин Динарит Мораҙымйән улын осрата. Бер-береһен яратып, хөрмәт итеп, УРТАҠ маҡсаттар ҡуйып йәшәй улар. 1994-се йылда Фәйзуллиндарҙың йәш ғаиләһендә тәүге мөхәббәт емештәре -ҡыҙҙары Лилиә донъяға ауаз һала. Дүрт йылдан һуң ғаилә Ишембай ҡалаһына күсеп килә. Тәүге йылдар бик ҡатмарлы була: туғандарыбыҙ алыҫ, ғаиләне тәьмин итеү өсөн арымай-талмай эшләргә тура килде. Әммә йәштәр бирешмәй, бер береһенә терә-таяныс булып бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығалар. Кесе ҡыҙҙыбыҙ Диләнең тыуыуы беҙҙең өсөн көтөп алынған ваҡиға булды, тип хаттарын дауам итә Мәрйәм Риваль ҡыҙының яҡындары. Әле бәләкәсебеҙгә 12 йәш, ул беҙҙең энергия сығанағы, өйөбөҙҙөң йәме. Өлкәнебеҙ Лилиә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Башҡорт кадет корпусында уҡытыусы булып эшләй. Тормош иптәше Айҙар менән бергә бәхетле ғаилә ҡорҙолар. Беҙҙең өсөн атай-әсәйебеҙ - Мәрйәм Риваль ҡыҙы һәм Динарит Мораҙымйән улы төплө ғаилә ҡороу өлгө булып тора, ти улар. Әсәйебеҙ үҙе әсәй булһа ла бер ҡасан да хәстәрлекле, ярҙамсыл, яратҡан ҡыҙ булыуҙан туҡтамай. Уңайы сыҡҡан һайын яҡындарына ярҙам итеү өсөн Салауат районына ҡайта. Туған йәнле, оло йөрәкле, мәрхәмәтле кеше ул һөйөклөбөҙ. Яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ! Бөгөн һинең матур юбилейың - 50 йәшең! Ошо матур көндә һине ысын күңелдән тыуған көнөң менән тәбрик итеп, йөрәк түрендәге иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе генә юлларға, рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә ашығабыҙ. Йөрәгең һис ҡасан борсолоуҙарҙы белмәһен, тормошоңда шатлыҡлы һәм бәхетле көндәрең күберәк булһын. Әле һаман беҙҙе бала саҡтағылай хәстәрләп тороуың өсөн рәхмәт. Һинең игелеккә тулы оло йөрәгеңдә барыбыҙ өсөн дә урын бар, күңел йылыңды бөтәбеҙгә лә тигеҙ өләшәһең. Артабан да һәр хәсрәтебеҙҙе, шатлығыбыҙҙы уртаҡлашып, кәңәштәреңде биреп йәшәргә яҙһын. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә киләсәк тормошоңда ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, Ағиҙел йылғаһындай оҙон, бәхетле, бәрәкәтле ғүмер юлы кисереүеңде теләйбеҙ, әлегеләй уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, тормош иптәше булып, изгелектәр күреп кенә йәшәһәң ине. Йөрәк түрендә һаҡлаған иң ҡыйыу теләктәрең тормошҡа ашһын. Атайыбыҙ менән мул, бәхетле тормошта парлы ғүмер итергә яҙһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, ҡәҙерлебеҙ, - тип һеҙгә иң изге теләктәрн тормош иптәшегеҙ Динарит, ҡыҙҙарығыҙ Лилиә һәм Дилә, кейәүегеҙ Айҙар юллай. Хөрмәтле Мәрйәм Риваль ҡыҙы, яҡындарығыҙ фәҡәт һеҙҙең өсөн матур йыр ҡуйыуҙы ла үтенгән, рәхим итеп тыңлағыҙ!