Добавить
Уведомления

Йырҙар менән кеше хәүефһеҙлеге һағында

Баш ҡалала янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусыларҙың музыкаль-ижади бәйге еңеүселәре гала-концерты үтте. Конкурсанттарҙы тамашала илдең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков менән республика етәксеһе Радий Хәбиров тәбрикләне. Конкурста тотош илдән йөҙгә яҡын ҡотҡарыусы ҡатнашты. Бәйге бик көсөргәнешле булды, илебеҙ баш ҡалаһынан килгән жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы, шулай ға иң-иңдәре һайлап алынды. Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнде. Янғын һүндереүсе. Ҡотҡарыусы. Герой номинацияһында өсөнсө урынға Херсон өлкәһенән Евгений Удовенко лайыҡ булды, икенселә Пенза өлкәһенән Никита Блощененко, ә еңеүсе тип Урал институтынан Станислав Иванов танылды. Бөйөк йылдарға баш эйәйек номинацияһында өсөнсө урында Железногорск ҡалаһынан Яна Багрова менән Всеволод Красовскийҙың дуэты билдәләнде, икенселә Мәскәү академияһынан Павел Семенов һәм лайыҡлы беренсе урында Тыва республикаһынан Аганак Саая менән Шынгыраа Кечил дуэты. Музыкаль асыш номинацияһында өсөнсө урында Красноярск крайынан Сергей Киселев менән Сергей Александров дуэты, икенселә Мурманск өлкәһенән Алексей Рачинский һәм беренселә Хабаровск өлкәһенән Андрей Казмирчук. Еңеүселәргә диплом һәм кубок һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға ла Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ижади бәйге һөнәр абруйын аттырыуға булышлыҡ итә һәм ҡотҡарыусыларҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләй. Фестиваль йыл һайын илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә үтә, тимәк киләсәктә һөнәр оҫталары сәнғәт күгендә лә яҡты йондоҙ булып балҡыясаҡ әле.

Иконка канала МЧС Башкортостан
94 подписчика
12+
5 просмотров
Месяц назад
29 сентября 2025 г.

, чтобы оставлять комментарии